Бөгөн Стәрлетамаҡта янғын һүндереүселәр ике еңел автомобилде һүндергән. Техникалар янғанда бер кем дә зыян күрмәгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, ҡалала "Ford Focus" һәм "Toyota Auris" автомобилдәрендә ут сыҡҡан.
"Ford Focus" төшкө сәғәттәрҙә янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһенең яҡынса версияһы буйынса, янғындың сәбәбе яғыулыҡ системаһының боҙолоуы була.
Ни өсөн «Toyota Auris» автомобилендә ут сыҡҡаны әлегә асыҡлана. Киске сәғәт биш тирәһендә техникала ут сыҡҡан. Еңел автомобилде янғын һүндереүселәр 10 минуттан да кәмерәк ваҡыт эсендә һүндерә.
Водителдәр үҙ автомобилдәрен утта юғалтмаһын өсөн, Рәсәй Ғәҙттән тыш хәлдәр министрлығы, әгәр етешһеҙлектәр булһа, ваҡытында техник тикшереү үтергә, ваҡытында ремонт үткәрергә һәм автомобилде файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә.
фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы