Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Февраль , 19:25

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы аварияға тарыған

 Ваҡиға концерттан һуң булған...

Салауат районында популяр башҡорт эстрадаһы артисы Йәмил Баймырҙин (Ябай Малай) аварияға осраған. Был хәл 29 ғинуарҙа Торналы-Лағыр-Мөрсәлим автомобиль юлында була.  Бының тураһында "На земле Салавата" гәзите хәбәр итә.

Артистар төркөмө Лағыр ауылындағы концерттан һуң ике еңел автомашинала юлға сыҡҡан.  Тауға күтәрелгәндә, беренсе автомашина, юлға йүгереп сыҡҡан ҡоралай менән бәрелешмәҫ өсөн, ҡапыл туҡтай. Һөҙөмтәлә уға икенсе автомашина төкөй. Транспорт саралары ярайһы уҡ зыян күрә, артистарҙан бер кем дә зыян күрмәй, әммә 30 ғинуарҙа үтергә тейешле Торналы ауылындағы концерт 18 февралгә күсерелгән.

 

Автор:
Читайте нас: