Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Февраль , 16:20

Ашын йылытырға ҡуйған да... йоҡлап киткән

Табалағы ризыҡ янып, стенаға, түшәмгә ут тоҡанған. 

Ашын йылытырға ҡуйған да... йоҡлап киткән
Ашын йылытырға ҡуйған да... йоҡлап киткән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Стәрлебаш районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Стәрлебаш ауылында йәшәгән 40 йәшлек ир ашын йылытырға ҡуйған да икенсе бүлмәгә сығып ятып торған. Һәм йоҡлап киткән... Табалағы ризыҡ янып, стенаға, түшәмгә ут тоҡанған. 

Күршеләре янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Ишекте емереп ингәс, ирҙе иҫһеҙ килеш тапҡандар, табиптарға тапшырғандар. Ул дауаханала иҫенә килмәй йән биргән...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

-  түшәктә тартма;

- йоҡларға ятыр алдынан электр ҡорамалдарын һүндер;

- өйөңдә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуй:

– ут һүндергес ал һәм уның менән файҙаланырға өйрән.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

 
Автор:
Читайте нас: