ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Ғинуар 2025, 15:04

19 көн ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ...

Диана Хәсәнова 11 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған.

19 көн ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ...19 көн ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ...
19 көн ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ...

Иглин районында 17 йәшлек Диана Хәсәнова хәбәрһеҙ юғалған. «Иглин» балаларҙы эҙләү» ойошмаһы» ирекмәндәре мәғлүмәте буйынса, 19 көн ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Ул 11 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған.

Уның билдәләре: буйы 163-166 сантиметр, яурынынан түбәнерәк ҡара сәсле, йәшел күҙле, ҡаҡса кәүҙәле. Ул көләпәрәле оҙон ҡара пальто, ҡара угги һәм ҡара спорт костюмы кейгән булған. Үҙе менән бәләкәй генә аҡ сумкаһы бар.

«Ҡыҙ тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (927) 969-89-19, 8 (917) 383-56-87 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар», — тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа ирекмәндәр. 

 
 
Фото:«Иглин» балаларҙы эҙләү» ойошмаһы», Вк
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас