Стәрлетамаҡ районындағы трассала теркәлгән авария бала ғүмере өҙөлдө. 19 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 5 тирәһендә Стәрлетамаҡ – Красноусол автомобиль юлының 34-се саҡрымында ҡаршыға килгән «Лада Гранта» һәм «Киа Рио» бәрелешкән. Юл фажиғәһендә илебеҙ автомобиленең 9 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған, уның 39 йәшлек әсәһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Сит ил машинаһында ултырған туғыҙ һәм алты йәшлек ике балаға ла табиптар ярҙамы талап ителгән.
«Башинформ»ға республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын һәм тағы бер бала амбулатор шарттарҙа дауалана. «Тағы бер бала дауаханала ята. Хәле тотороҡло, уртаса ауырлыҡта», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Хөрмәтле водителдәр! Юлда йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ: тиҙлекте арттырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә, салондағы пассажирҙар ҙа хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыуын күҙ уңында тотоғоҙ. Бигерәк тә һауа торошо насар булғанда, ҡар яуғанда, боҙлауыҡ ваҡытында уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ!
Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы