Ҡотҡарыусылар Дүртөйлө районында йәшәүсе ҡатынға ярҙамға килгән.
Әңгәсәк ауылында ҡатын күпләп ҡар яуғандан һуң уны таҙартыу өсөн өй ҡыйығына менгән. Әммә таҙартҡандан һуң ҡыйыҡ ныҡ тайғаҡ була, хужабикә баҫҡысҡа үҙ аллы барып етә алмай. Ул 112 номерына шылтырата, һәм уға ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы ебәрәләр.
фото:МЧС РБ