Салауат районында Кропачево — Мәсәғүт — Әшит юлында «ГАЗель» кюветҡа ауған. Фараз буйынса водитель тайғаҡ юлда машина менән идара итә алмай, юлдың ситенә төшөп киткән. Эра-Глонасс мәғлүмәт системаһы ҡотҡарыусыларға авария тураһында сигнал ебәргәс, МЧС хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ваҡиғаһы урынына килә һәм янғынды булдырмау өсөн автомобилде электрһыҙ ҡалдыра. Водитель зыян күрмәгән.
Һаҡ булығыҙ: был аҙнала ла синоптиктар юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ буласағы тураһында иҫкәртә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы инспекторҙары водителдәрҙе ашыҡмаҫҡа, тиҙлекте арттырмаҫҡа, йәйәүлеләргә ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра.
фото:МЧС РБ