Башҡортостандың Саҡмағош районында 35 тонна бесән янған. Янғын Тайнаш ауылы ситендә металл ҡоролмала була.
Урынға килгән янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр утты локализациялау һәм таратыуға юл ҡуймау өсөн оператив саралар күрә. Янғын һүндереүгә бөтәһе 8 кеше һәм 5 берәмек махсус техника йәлеп ителә.
«Янғында кешеләр зыян күрмәгән. Янғындың сәбәбен тәфтишсегә асыҡларға кәрәк», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.