ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Ғинуар 2025, 05:03

Сибайҙа еңел машина йортҡа бәрелгән

 Был мәлдә автомобилдә биш кеше була

Сибайҙа еңел машина йортҡа бәрелгәнСибайҙа еңел машина йортҡа бәрелгән
Сибайҙа еңел машина йортҡа бәрелгән

Сибай ҡалаһында "Renault Duster" автомобиле башта тротуарҙағы ағасҡа бәрелә һәм шәхси йортҡа төкөй.

Автомобилдә дүрт пассажир: ике егет һәм ике ҡыҙ булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем йәрәхәттәр алған ике егетте  дауаханаға оҙаталар. Ҡотҡарыусылар ике ҡыҙҙы автомобилдән сығара һәм уларҙы ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра. Водитель зыян күрмәгән.

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас