Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында өйгә һеләүһен килеп ингән. Был хаҡта «Башинформ»ға мәғлүмәт агентлығын уҡыусы хәбәр итте.
Шунан һуң бесәйебеҙ юғалды, ти Миләүшә Кәримова.
«Ихата буйлап йөрөнө, тип видеоға төшөрөп өлгөрҙөм. Һуңынан соланыбыҙҙа темеҫкенеп йөрөгән, эҙҙәре бар. Ошо хәлдән һуң икенсе көн инде бесәйебеҙҙе таба алмайбыҙ. Ҡырағай бесәйҙән күрәбеҙ» - тип хәбәр итте Башинформға Миләүшә Кәримова.
Фото:Миләүшә Кәримова
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-12-19/v-bashkirii-dikaya-rys-probralas-v-zhiloy-dom-4059146