Мәскәүҙең Новогиреево ҡалаһындағы ике ир юлды ҡыҫҡартыу маҡсатында Бесәй быуаһында боҙ аша сығырға теләйҙәр. Береһе батып үлә, уны ҡотҡарыусылар һыуҙан сығара, икенсеһен эшселәр сығарған — улар уға торба һуҙа.
Боҙ хәүефһеҙ була – уның аша йөрөмәгәндә генә!
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:
һыу ятҡылыҡтары тигеҙ туңмай;
боҙ йылға тамаҡтарында һәм ҡушылдыҡтарында, шәп аҡҡан урындарында, һыу инеү урындарында һәм йылы һыуҙар ағып төшкән урында йоҡараҡ;
яңғыҙ йәйәүле өсөн боҙ ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш;
ҡараңғыла һәм көндөҙ насар күренгәндә боҙға төшмәгеҙ;
балаларҙы боҙҙа күреп, битараф булмағыҙ, уларҙы һыу ятҡылығынан китергә күндерегеҙ.
Һеҙҙең яуаплылыҡ - һеҙҙең хәүефһеҙлек!
Фото: скриншот.