Башҡортостанда чат-боттағы хәбәр ярҙамында автоинспекторҙар сираттағы иҫерек водителде ҡулға алған. Дәүләт автоинспекцияһының телеграм-мессенджерында вайымһыҙ булмаған граждан Иглин ауылының Горький урамында «Хавейл» автомашинаһы водителенең иҫерек хәлдә булыуы, шулай итеп башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүеф тыуҙырыуы хаҡында хәбәр итте. Мәғлүмәт шунда уҡ яҡындағы полиция постарына тапшырыла.
«Транспорт сараһын тиҙ арала табырға мөмкин булды. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Руль артында иҫереклек билдәләре менән Иглин ауылынан 29 йәшлек ир ултырған. Алкоголгә тест һөҙөмтәһе 1,068 мл/л күрһәтә. Мәғлүмәт базаһы буйынса тикшереү барышында ирҙең быға тиклем дә иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеүе асыҡланды», — тип һөйләне үҙенең телеграм-каналында баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.
Әлеге ваҡытта водительгә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса административ акт төҙөлгән, шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Автомашина штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.