10 йәшлек ҡыҙ Һәм 9 йәшлек малай Әбйәлил районы Асҡар рауылында янғында һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Күп балалы ғаилә ағас йортта йәшәй, төнгө 2 сәғәттә унда ут сыҡҡан. Ата-әсәһе өс йәшлек сабыйҙы ҡотҡарып ҡала. Ир һәм ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Һәләк булғандарҙы-10 йәшлек ҡыҙҙы һәм 9 йәшлек малайҙы, янғынды һүндергәндә, соланда табалар. Бәлки, балалар унда төтөндән һәм уттан ҡасырға маташҡандыр.
Прокуратура бәлиғ булмағандар һәм янғын хәүефһеҙлеге тураһында закондарҙы боҙоуҙар юҡмы икәнен тикшерәсәк.
Фото:Прокуратура РБ, МЧС РБ