«Лада Гранта» пассажиры еңел машинаның «Хендай» автомобиле менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һәләк була. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһында хәбәр иттеләр. Фажиғә 13 декабрҙә Өфө — Иглин юлының 4-се саҡрымында теркәлгән.
«Лада»ның 35 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Авария ваҡытында алған йәрәхәттәренән ҡатын дауаханала йән биргән. Әле ваҡиғаның сәбәптәре һәм нескәлектәре асыҡлана.
фото:Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы