Башҡортостанда Ауырғазы районында йәшәгән 66 йәшлек ир батып үлгән. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр. Фажиғә Ауырғазы йылғаһында Ҡорманай ауылы янында булған, унда боҙ аҫтына киткән ирҙе өс уҡыусы күреп ҡалған.
«Балалар урынға килеп еткәнсе, ир һыу аҫтына киткән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул күнәк менән һыу алыу өсөн йылғаға киткән. Бөгөн һәләк булған кешенең кәүҙәһен водолаздар сығарған», - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты