ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Декабрь 2024, 14:49

Өфөнөң элекке башлығын үлтерергә теләгәндәр

   

Өфөнөң элекке башлығын үлтерергә теләгәндәрӨфөнөң элекке башлығын үлтерергә теләгәндәр
Өфөнөң элекке башлығын үлтерергә теләгәндәр

Ишембайҙа Мәскәү эшҡыуарына һөжүм ойоштороуҙа ғәйепләнгән урындағы кешене ҡулға алғандар.

Мәғлүмәт буйынса, Башҡортостандың элекке вице-премьеры һәм Өфө хакимиәтенең элекке башлығы Сергей Грековҡа һөжүм әҙерләнгән. Тәфтиш органдары мәғлүмәттәре буйынса, Ишембайҙа йәшәгән ир 2024 йылдың июнендә үк уны үлтерергә ниәтләгән. Ул Сергей Грековта бер ни тиклем ваҡыт эшләгән ағаһының үлемендә уның ҡатнашлығы бар тип иҫәпләгән.

"Ошо маҡсатта 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк өсөн ул элек хөкөм ителгән танышы менән эшҡыуарҙы үлтерергә һөйләшә, аҡса менән бергә башҡарыусыға пистолет һәм кәрәк-яраҡтарын тапшыра. Әммә заказ алыусы үлтереүҙе башҡармаған һәм был килешеү тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән”, – тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетынан.

Декабрҙә Эске эштәр министрлығы оператив хеҙмәткәрҙәре енәйәтте “сәхнәләштерә”, йәнәһе Сергей Греков үлтерелгән тип ялған фотолар күрһәтә. Заказды үтәү тураһында фотоларҙы күрһәткәндә, енәйәтсе ҡулға алына.

РФ Енәйәт кодексының 30, 33, 105, 222-се статьяларында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡулға алынған кешегә ғәйепләү белдерелә, уны һаҡ аҫтына алыу сараһы күрелә.

Фото сығанағы: https://t.me/rbc_ufa/6899, скриншот.

 

 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас