ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Декабрь 2024, 14:44

Ҡот осҡос юл фажиғәһе тураһында ялған мәғлүмәт таратҡандар

    

Ҡот осҡос юл фажиғәһе тураһында ялған мәғлүмәт таратҡандарҠот осҡос юл фажиғәһе тураһында ялған мәғлүмәт таратҡандар
Ҡот осҡос юл фажиғәһе тураһында ялған мәғлүмәт таратҡандар

Социаль селтәрҙәрҙә йәнәһе Өфөнән алыҫ булмаған трассала булған фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Аноним автор унда һәләк булыусыларҙың барлығын өҫтәй.

«Башинформ» асыҡлауынса, авария ысынлап та булған, әммә бөгөн дә, Башҡортостанда ла түгел, ә быйыл февраль айында Волгоград өлкәһенең Камышин районында теркәлгән. Аварияла водитель һәләк була.

фото:Социаль селтәрҙәр

Ҡот осҡос юл фажиғәһе тураһында ялған мәғлүмәт таратҡандар
Ҡот осҡос юл фажиғәһе тураһында ялған мәғлүмәт таратҡандар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас