Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Декабрь , 16:43

Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...

   

Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...
Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...

Саҡырыуға ашыҡҡан ашығыс медицина ярҙамы машинаһы Әбйәлил районында кюветҡа ауған. 

Башҡортостан дәүләт автоинпекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә төндә Асҡар-Дәүләт– Аэропорт автомобиль юлының 3-сө саҡрымында 50 йәшлек водитель идара иткән «УАЗ» маркалы автомобиль юлдан ситкә төшөп китеп түңкәрелгән.

Аварияла водитель һәм уның пассажиры -  24 йәшлек фельдшер төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

«Бригаданың Ҡушый тораҡ пунктына саҡырыуға юлланыуы билдәле. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

фото:Башҡортостан дәүләт автоинпекцияһының матбуғат хеҙмәте

 

Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...
Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...
Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...
Тиҙ ярҙам машинаһы юлдан төшөп китеп түңкәрелгән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: