Былтыр Татарстандың Туҡай районы Сәит ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Унда бер йортта янғын сығыуы арҡаһында өс оло кеше һәм дүрт бала һәләк булды. Ғаиләнән әсә кеше генә тере ҡалды. Уға ҡарата тәүҙә “һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, ә һуңыраҡ аңлы рәүештә үлтереүҙә һәм ут төртөүҙә ғәйепләйҙәр.
Фажиғә көнөндә 29 йәшлек Ильмира Гарданова өйҙә балалары, әсәһе һәм ағаһы менән була. Ире баҡсала эш менән булышып йөрөй. Ҡатын һарайға ҡаҙҙарҙы ашатырға сыҡҡанда өйҙә ҡапыл янғын сыға. Ғаилә башлығы быны күргәс, балаларҙы ҡотҡарырға йүгерә. Тик ул йорттан кире сыға алмай. Һөҙөмтәлә ғаиләлә барыһы ла - дүрт бала, шулай уҡ ҡатындың ире, әсәһе һәм ағаһы һәләк була.
Тәүҙә өйҙә янғын электр уты арҡаһында сыҡҡан, газ шартлаған тигән фараздар була. Әммә һуңғараҡ мәғлүм булыуынса, экспертиза янғын урынында тиҙ яна торған шыйыҡса булғанын асыҡлай. Шул уҡ ваҡытта енәйәтсе шыйыҡсаны өйҙән берәү ҙә сыға алмаҫтай итеп һибеп сыҡҡан булған. Шуға күрә Гарданованы йортҡа ут төртөүҙә ғәйепләп, уға ҡарата енәйәт эше асалар.
Ошо көндәрҙә Татарстандың юғары суды Ильмира Гардановаға хөкөм ҡарары сығарҙы. Ҡатын 13 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ғәйепләүсе яҡ енәйәттең сәбәбе ғаилә эсендәге аңлашылмаусанлыҡтарҙың булыуы, ҡатындың "ситкә" йөрөргә теләүе тип иҫәпләй. Шулай уҡ Ильмира Гарданова менән әсәһенең мөнәсәбәттәре ауыр булған.
Шуныһы аптырата: янғындан һуң бер ай ҙа үтеп өлгөрмәй, ә ҡатын тулыһынса имиджын үҙгәртә. Фермала һауынсы булып эшләгән ҡатын эш урынында яңы эшселәр менән таныша башлай. Судта шулай уҡ Ильмира Гарданованың ир-егеттәр менән яҙышҡан хәбәрҙәре күрһәтелә. Ҡатындың адвокаты процесс ваҡытында был уның клиентының репутацияһын боҙорға тырышыу тип билдәләй. Йәнәһе лә, Ильмира улар менән эш буйынса ғына аралашҡан. Әммә, енәйәт эше материалдарынан күренеүенсә, ир-егеттәрҙең береһенән һорау алғанда, ул ҡатындың осрашырға теләп яҙыуы тураһында һөйләй. Ир әйтеүенсә, ул саҡта ир Ильмира Гарданованың бөтә ғаиләһе янғында һәләк булыуын белмәгән була.
Суд ҡарар сығарғанда, ҡатындың хатта күҙ йәше лә төшмәй. -Минең аң үҫешем менән бәйле диагноз булыуы арҡаһында илай алмайым, - тигән Гарданова уның яҙмышы хәл ителгәс. Шулай уҡ ҡатын балаларының һәм яҡындарының һәләк булыуы арҡаһында ныҡ ҡайғырыуын билдәләгән.
Сығанаҡ: КП-Ҡазан. Фото: Татарстан буйынса МЧС