“Әбйәлил” төркөмөнән ГАИ мәғлүмәтенә таянып хәбәр итеүенсә, 59 йәшлек Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе эш буйынса юлға сыҡҡанда руль артында вафат булған.
Ул хеҙмәттәше менән Яҡтыкүл яғына китеп барғанда, ҡапыл үҙен насар тоя... Водитель хәленең насар булыуын әйтеп өлгөрә һәм машина менән юл ситенә төшөп китә. Ирҙең йөрәге туҡтаған була.
Источник: bashinform.ru
Фото: Абзелил, VK