ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Ноября 2024, 14:59

Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙы йөрөмәй икән...

Бөгөн өс кеше янғында һәләк булдыБөгөн өс кеше янғында һәләк булды
Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды

Бөгөн, 21 ноябрҙә, иртәнсәк Саҡмағош районында 78 йәшлек ирҙең янғында һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙы йөрөмәй икән – бөгөн тағы ла ике кешенең утта һәләк булыуы тураһында мәғлүм булды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында һәм Октябрьский ҡалаһында янғында тағы ла кешеләр һәләк булған.

Атап әйткәндә, Белорет районының Ломовка ауылында бүрәнә йорт янғанЯнғын һүндереүселәр килгәндә йорт тәҙрәләренән ялҡын бөркөп торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршыутты һүндергән саҡта 87 йәшлек ирҙе үле көйөнсә табалар.

Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһының Московка биҫтәһендә кирбес йорт янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгәндә 30 квадрат метр майҙанды ут ялмап алған була. Янғынды һүндергән саҡта иҙәндә 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар.

Күршеләре әйтеүенсә, улар төтөн күреп, өйгә йүгереп килә, шул мәлдә өйҙән хужа сығып, “барыһы ла яҡшы” тип хәбәр итә. Бер аҙҙан ул өйөнә инеп китә. Күршеләре янғын һүндереүселәрҙе саҡыра.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе ике осраҡ буйынса ла тикшереү алып бара.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина

Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды
Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды
Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды
Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды
Бөгөн өс кеше янғында һәләк булды
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас