Сибай пенсионеры өсөнсө тапҡыр мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккән. Элек ул ике тапҡыр телефон мутлашыусылары менән аралаша һәм ике тапҡыр уларға ышана. Дөйөм зыян 2 миллион һум тәшкил итә.
Өсөнсө тапҡыр ул «контора»ға мөрәжәғәт итә. Ойошма йәнәһе мутлашыусылар урлаған аҡсаны кире ҡайтарырға ярҙам итергә вәғәҙә итә. Уны «фирмаға» 890 мең һум аҡса күсереүҙе һорайҙар, һәм ул тап шулай эшләй. Был да алдаҡ икәнен Сибай кешеһе «контора» вәкилдәре бәйләнешкә сыҡмағас ҡына аңлаған, тип һөйләне Bashmoshki ТГ-каналы. Пенсионер ҡабаттан полицияға мөрәжәғәт итә.
Ә 71 йәшлек ир, мутлашыусылар менән аралашҡандан һуң, 5 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
фото:Башинформ.