ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Ноябрь 2024, 07:02

2 көндә Башҡортостан халҡы мутсыларға 5 млн һумға яҡын аҡса күсергән

Учалынан ирле-ҡатынлы 2,5 миллион һум кредит аҡсаһын юғалтҡан. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

2  көндә Башҡортостан халҡы мутсыларға 5 млн һумға яҡын аҡса күсергән2  көндә Башҡортостан халҡы мутсыларға 5 млн һумға яҡын аҡса күсергән
2 көндә Башҡортостан халҡы мутсыларға 5 млн һумға яҡын аҡса күсергән

Республика Эске эштәр органдарының дежур часында 17 мәғлүмәт теркәлгән.

БР буйынса  Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  Учалы районы полиция бүлегенә  46 йәшлек ирле-ҡатынлы мөрәжәғәт иткән. Ир кеше әйтеүенсә, уға билдәһеҙ  кеше шылтырата. Ул үҙен биржала сауҙа буйынса өйрәтеүсе итеп танытып,  ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алып, аҡса эшләргә тәҡдим итә. Учалыла йәшәүсе тәүҙә икеләнә, сөнки был өлкәне бик белеп етмәй. Әммә мутсылар үҙҙәре ярҙам итәсәген  әйтеп, ышандыралар. Бер ҡатлы граждан   аферистарҙың талабын үтәп, “инвестиция янсығына” тәүге ҙур аҡсаһын һала. Һалынған аҡсаларҙың проценты үҫкәнен күреп, был эшкә ҡатынын да йәлеп итә. Һөҙөмтәлә был пар 2,5 миллион һум кредит алып, “табышлы” проектҡа һалалар. Әммә дивиденттарҙы көтөп ала алмайҙар...

«Башинформ»                

Автор: Дарья Субботина

Фото:Ксения Калинина

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас