Башҡортостанда авария кисә көндөҙгө сәғәт биш тирәһендә Благовещен-Павловка автомобиль юлының 21-се километрында теркәлгән, тип хәбәр итә Дәүләт Автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 65 йәшлек водитель, ВАЗ-2110 автомобиле менән идара иткәндә кюветҡа төшөп китә һәм артабан түңкәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй, юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә шарттары асыҡлана.
фото:Башҡортостан Дәүләт Автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.