11 ноябрҙә Башҡортостандағы Юбилей ер аҫты руднигында быраулау ҡорамалы машинисы ауыр йәрәхәт алған. Үҙйөрөшлө быраулау ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр башҡарған саҡта 29 йәшлек хеҙмәткәр ҡолап төшә һәм һөҙөмтәлә арҡаһы ауыр йәрәхәтләнә.
Төбәк Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы һәм Ростехнадзор бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы, улар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлаясаҡ.
"Башинформ" агентлығына юбилейлы ер аҫты руднигының матбуғат хеҙмәтендә 11 ноябрҙә предприятие хеҙмәткәре менән булған бәхетһеҙ осраҡ фактын раҫланылар.
"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир тайып төшә һәм ҡолағанда арҡаһы йәрәхәтләнә. Зыян күреүсегә шунда уҡ табипҡа тиклемге беренсе ярҙам күрһәтелә һәм дауалау учреждениеһына оҙатыла. Әлеге ваҡытта уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә"», — тип аңлатма бирҙеләр ойошмала.
Фото:Ксения Калинина