Башҡортостандың Балтас районында Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе автомобиль юлының 35-се километрында үлемесле авария теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 59 йәшлек ир ВАЗ-2107 автомобиле менән идара иткәндә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм ҡаршыға килгән "Volkswagen Touareg" менән төкөшә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ВАЗ-2107 автомобиленең водителе һәләк була.
фото һәм видео:Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы.