Баҡалы районының Киләй ауылында 600 тонна самаһы бесән янған, ул шәхси хужалыҡта металл япма аҫтында һаҡланған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Ваҡиға 8 ноябрҙә төндә булғанлығы билдәле. Янғын һүндереүселәр урынға килеп еткәндән һуң уттың таралыуына юл ҡуймаған.
Зыян күреүселәр юҡ. Янғындың сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы