Өфөлә Шота Руставели урамындағы күп фатирлы йорттоң 7-се ҡатындағы фатирҙа ғәҙәттән тыш хәл булған. 63 йәшлек ҡатын сотейникта майҙы йылыта һәм уның тураһында онота.
Бер аҙҙан, көйөк еҫен һиҙеп, хужабикә аш-һыу бүлмәһенә йүгереп килә һәм янған майға һыу һибә, шуның арҡаһында киҫкен һәм интенсив ялҡынланыу барлыҡҡа килә. Ялҡын шул тиклем көслө була, хатта түбәләге япма шунда уҡ тиерлек янып бөтә, аш-һыу бүлмәһе гарнитураһы өлөшләтә ирей, ә тәҙрә урамға осоп төшә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынын ентекләп тикшерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатындың ҡулдары һәм муйыны янған, уға тәүге ярҙам күрһәтелгән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы