Борай районы Абдулла ауылында иртәнге сәғәт биштән мунса яна, ут тиҙ арала ағас йортҡа һәм гаражға күсә, шулай уҡ "Лада Веста" автомобиле яна.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре ирекмәндәр менән берлектә 72 квадрат метр майҙанда янғынды һүндергән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында йортта 20 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған. Шулай уҡ 24 йәшлек ир тән бешеүҙәре һәм шок хәлендә дауаханаға ашығыс рәүештә килтерелгән, тип хәбәр иттеләр Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғындың сәбәбе асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй.
"Хөрмәтле граждандар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ:
*бары тик төҙөк газ ҡорамалдарын ғына ҡулланығыҙ;
*аҙыҡты электр йәки газ плиталарында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
*янғынды иҫкәртеүсе приборҙы ҡуйығыҙ. Көслө тауыш менән ул ут сығыуы тураһында иҫкәртәсәк.
* Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 номерына шылтыратығыҙ», - тип мөрәжәғәт иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
фото:Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте