Шаран районының Иҫке Тумбағош ауылында көслө ел арҡаһында мәктәп бинаһының ҡыйығынан профнастил листары осоп төшкән.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө урынлашҡан. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Ерҙә профлисттан ҡойма зыян күрә. Тергеҙеү эштәре планлаштырылған. Хәл контролдә тотола.
фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы