Стәрлетамаҡта егет торлаҡ йорттар яғына атҡан. Егет кәм тигәндә 10 тапҡыр атҡан. Инцидент Артем урамы, 70 адресы буйынса була һәм домофон камераһы объективына эләгә. Атыусының иптәше атыуҙы туҡтатырға өгөтләй, әммә ул ризалашмай.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, видеола күренгән йәштәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ҡулға алған.
Атыусы булып урындағы кеше сыға, уның пистолетын тартып алалар. Хулиганға ҡарата «был маҡсатҡа тәғәйенләнмәгән урындарҙа ҡоралдан атыу» (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.13 статьяһы) һәм «иҫерек хәлдә булған водителдең транспорт менән идара итеү» (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8 статьяһы) статьялары буйынса ике административ протокол төҙөлә.
Хулиганлыҡ факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.