Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Ноябрь , 18:13

Әбйәлил районында ауылда карантин индерелгән

Бында сит кешеләргә килеү тыйыла

Әбйәлил районында ауылда карантин индерелгән
Әбйәлил районында ауылда карантин индерелгән

Әбйәлил районы Күсем руднигы ауыл биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы буйынса карантин билдәләнде. Башҡортостан Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документ тексына ярашлы, 2024 йылдың 29 октябренән эпизоотик усаҡта һәм имен булмаған пунктта Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән тәртиптә уларҙы бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем сикләү саралары (карантин) билдәләнгән.

Яр буйы урамындағы участка эпизоотик усаҡ тип билдәләнгән. Эпизоотик усаҡта сиргә бирешеүсән хайуандарҙы дауалау, дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәренән һәм ошо территорияла йәшәгән йәки ваҡытлыса булған кешеләрҙән башҡа сит кешеләрҙең уға килеүе тыйыла. Шулай уҡ хайуандарҙы индереү һәм сығарыу тыйыла.

Сикләүҙәргә эләккән ҡалған территорияла йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм хайуандарҙы туплау һәм күсереү менән бәйле башҡа саралар үткәреү, вакцинацияланған хайуандарҙы һуйыуға сығарыуҙан тыш, хайуандарҙы сығарыу тыйыла.

Фото:архив ИА «Башинформ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: