Төп эшенән буш ваҡытында ҡатын-ҡыҙ наталь карталар (астрологик карта) төҙөү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән. Уның социаль селтәрҙәге иғланына мутлашыусы яуап бирә, ул үҙенә астрологик күрәҙәлек заказ итә.
Хеҙмәттәр өсөн түләүҙе ул, йәнәһе Төркиәлә булыуы һәм Рәсәй банк ҡушымтаһынан файҙалана алмауы арҡаһында, һылтанма буйынса инеүҙе һорай. Мутлашыусының күрһәтмәләренә ярашлы, астролог хатта фишинг сайтында үҙенең банк картаһы мәғлүмәттәрен күрһәткәнен дә һиҙмәй, ә һуңыраҡ үҙенең банк иҫәбенән аҡсаларының юҡ булыуын асыҡлай.
"Бер ҡасан да билдәһеҙ сығанаҡтарҙан смартфонға йәки компьютерға килгән һылтанмалар буйынса инмәгеҙ!"- тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.
Фото:архив ИА «Башинформ»