Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Ноябрь , 18:29

10 йәшлек ҡыҙ янғында һәләк булған...

Атаһы реанимацияға оҙатылған

10 йәшлек ҡыҙ янғында һәләк булған...
10 йәшлек ҡыҙ янғында һәләк булған...

Ҡыйғы районының Ибрай ауылында ағас йорт янған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, янғын сыҡҡан ваҡытта йортта игеҙәк ҡыҙҙар булған. Ата-әсәһе һәм тағы ике балаһы күршеләрҙә була. Янғын сыҡҡанда ҡыҙҙарҙың береһе ҡасып сығып, атаһын ярҙамға саҡыра. 41 йәшлек атай ҡыҙын ҡотҡарырға маташа, әммә уны таба алмай һәм тәненең 50 проценты II һәм III дәрәжә көслө тән бешеүҙәре ала, ул  ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатыла.

Һуңыраҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшереү барышында һәләк булған ҡыҙ табылған, тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Был 2024 йыл башынан алып һәләк булған 10-сы бала», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Янғын һүндерелгән. Һүндереүгә 8 белгес һәм 3 берәмек техника йәлеп ителә.

Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр  министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтың күрһәтмәһе буйынса урынға Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателдәре ебәрелде.

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

10 йәшлек ҡыҙ янғында һәләк булған...
10 йәшлек ҡыҙ янғында һәләк булған...
10 йәшлек ҡыҙ янғында һәләк булған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: