Сибай ҡалаһында йәшәүсе 48 йәшлек Әхмәтов Илшат Шәрифйән улы (1976 йылғы) юғалған.
2024 йылдың 20 апреленән уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ, тип хәбәр итә «Лиза Алерт Башҡортостан» эҙәрмәндәр отряды.
Билдәләре: буйы 170 см, ябыҡ кәүҙәле, сал сәсле, күҙҙәре ҡуңыр төҫтә. Нимә кейгәне билдәһеҙ.