Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Октябрь , 21:57

Тағы бер ғүмер өҙөлдө...

Дуҫтарҙың береһенә - 21, икенсеһенә 19 ғына йәш була. 

Тағы бер ғүмер өҙөлдө...
Тағы бер ғүмер өҙөлдө...

Йомала Мәләүез - Боһорман - Йомағужа юлындағы Восточный ауылы янында ВАЗ-2114 автомобиле юлдан сығып осҡайны. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә машинаның пассажиры - 19 йәшлек егет һәләк була, 21 йәшлек водитель ауыр хәлдә реанимацияға эләгә. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, водителдең руль менән идара итә алмауы аварияға килтерә.

Әле зыян күреүселәрҙең шәхестәре билдәле булды. Автомобилдә бала саҡтан дуҫ булған егеттәр Йомағужа ауылына ҡайтып барған. Улар яңы ғына армия хеҙмәтен тамамлаған. Өлкәне Денис ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, Артем - Росгвардияла. Ул төндә егеттәр дуҫтары менән осраша һәм таңға ҡарай ғына өйгә ҡайтырға сыға. 

Денис әрменән ҡайтҡас та машина һатып алған була. Әле уның хәле ауыр.

Ауылдаштары Артемдың һәләк булыуын ауыр кисерә. Уны изге күңелле, ярҙамсыл егет ине тип хәтерләйҙәр. 

Водителдәр! Айырыуса йәштәр! Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең дә, пассажирҙарығыҙҙың да һаулығы, ғүмере өсөн яуаплы. Уйламай яһаған ғәмәлдәрегеҙҙең яҙмыштарҙы ҡыйратыуы мөмкин. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ, рулгә эскән килеш ултырмағыҙ.

Сығанаҡ: Горобзор.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: