Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Октябрь , 16:35

Өфө ҡалаһында магазиндан 10 дана тун урлағандар...

Уғрылар  магазин хужаһына 397 мең 600 һум ҡайтарасаҡ...

Өфө ҡалаһында магазиндан 10 дана тун урлағандар...
Өфө ҡалаһында магазиндан 10 дана тун урлағандар...

Ир кеше  ҡылынған енәйәт һөҙөмтәһендә 397 мең 600 һум күләмендәге матди зыянды  ҡайтарыу маҡсатында дәғүә яҙған. Был турала Башҡортостан судының  берләшкән мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.

2018 йылда  дүрт ир кеше Өфө ҡалаһындағы “Таһир һәм Зөһрә” магазинынан 397 мең 600 һумлыҡ 10  тун урлай.  Өфө ҡалаһы Совет район суды 2020 йылдың  декабрендәге ҡарары менән  уғрылар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлегенең «в» пунктында ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды. Суд ҡарары менән билдәләнгәнсә, енәйәт эштәре һөҙөмтәһендә шәхси эшҡыуарға 397 мең 600 һум күләмендә матди зыян килтерелгән. Өфөнөң Совет районы судының 2024 йылдың 15 майындағы ҡарары менән ирҙәрҙән дәғүәсе файҙаһына енәйәт арҡаһында күрелгән матди зыянды ҡаплау иҫәбенә үрҙә әйтелгән сумма түләтелгән.

Автор:Рустем Сагитов

https://www.bashinform.ru/

Фото:modnamarka.ru

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: