Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Октябрь , 13:20

Баҫыуҙа ике комбайн янған...

   

Баҫыуҙа ике комбайн янған...
Баҫыуҙа ике комбайн янған...

Өфө районы Подымалово ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта комбайнда игендең яныуы тураһында хәбәр килгән. Ашлыҡ һуғыу зонаһында янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 3 квадрат метр майҙанда һүндерә.

Төндә Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ ауылында «Аида» комбайны янған. Янғын һүндереүселәр 10 квадрат метр майҙанда утты һүндергән. Ут мотор бүлеген, тышлығын һәм тәгәрмәстәрен ялмап алған. Был осраҡта бер кем дә зыян күрмәй. Тәфтишселәр янғындарҙың сәбәптәрен тикшерә.

«Киләсәктә ошондай осраҡтарҙы булдырмау өсөн бөтә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеге хаҡында иҫкәртәбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: