Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге ағас йорт янып киткән. Янғын һүндереүселәр урынға килеп етеүгә йортто һәм мунсаны ут ялмап алған. Янғын һүндерелгән. Бының өсөн 11 кеше һәм дүрт берәмек техника йәлеп ителгән.
«Был өйҙә өс балалы (4-9 йәшлек) ғаилә йәшәгән. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән. Тикшереү башланған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы