Браконьерҙар селтәре юҡ ителде
Быйыл май башында ғына Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҙур экологик акция ойоштороп, Хәйбулла районындағы һыу сығанаҡтарына тоннанан ашыу йәш балыҡтар ебәреүе тураһында хәбәр иткәйне.
Ул саҡта Октябрь ер аҫты руднигы стволынан алыҫ түгел урынлашҡан быуа һәм Хворостянка һыу һаҡлағысына 2200 самаһы яҫы маңлай (толстолобик), шунысама аҡ амур һәм 3000-ләп һаҙан балыҡтары селбәрәләрен ебәрҙеләр. Бүребай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары ла ошо эштә ихлас ҡатнашып, балыҡтарҙың күплегенә ҡыуанып: “Балыҡтар үҫһен һәм тағы ла күберәк булһын. Браконьерҙар уларҙы законһыҙ тотмаһын инде”,-- тип ололарға мөрәжәғәт иткәйне. Тик балаларҙың был теләге ҡабул булманы!
Яңыраҡ Октябрь ер аҫты руднигы хеҙмәткәрҙәре быуанан 100 метр самаһы ау сығарҙы. Браконьерҙар бер ярҙан икенсеһенә тиклем бер нисә рәт итеп ау һалғандар. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты шахтерҙары был хәлгә, тәбиғәткә килтерелгән зыянға битараф ҡалманы. Тап улар законһыҙ балыҡ тотоусыларҙың селтәрҙәрен ваҡытында табып, уларҙы рудниктың тимерлек усағында яндырҙылар. Ә ауға эләккән балыҡтар һыу ятҡылығына ебәрелде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы браконьерҙар табыштарын алған мәлдә шахтерҙар ҡулына эләкмәне. Әммә һәр ваҡыт улай булмаясаҡ! Күҙәтеү органдарына ла был мәғлүмәт файҙалы буласаҡ тип уйлайбыҙ.