Иркутск өлкәһенең Балаганск ҡалаһында уҡыусы класташтарына сүкеш һәм бысаҡ менән ташланған. Хәүефһеҙ интернет лигаһы директоры, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Екатерина Мизулина үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, кәмендә өс уҡыусы йәрәхәтләнгән. Малайҙы физкультура уҡытыусыһы ҡоралһыҙландырған. Үҫме ҡулға алынған.
«Яҡынса мәғлүмәт буйынса, үҫмер һөжүм итеү тураһында инструкцияны социаль селтәрҙә билдәһеҙ кешенән алған. Йәнәһе лә уҡыусы, билдәләлек яуларға теләнем, шуға енәйәт ҡылырға булдым, тигән», — тип яҙа Мизулина.
Табиптар яраланған уҡыусыларға ярҙам күрһәткән, уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай.Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетының республика буйынса идаралығынан.