Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Сентябрь , 21:28

Балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә ике йорт юҡҡа сыҡҡан...

     

Балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә ике йорт юҡҡа сыҡҡан...
Балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә ике йорт юҡҡа сыҡҡан...

Башҡортостанда янғын һүндереүселәр Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында ҙур янғынды һүндерә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында сыҡҡан. Тығыҙ төҙөлөш арҡаһында ут тиҙ арала ике торлаҡ йортҡа һәм алты ҡаралтығы тарала.

«Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, ҡатын ата-әсәһенә 6 йәштән 8 йәшкә тиклемге 7 бала менән килгән. Бер мәл балалар күҙҙән юғала, шунан һуң янғын сыға. Барыһы ла ваҡытында хәүефһеҙ араға эвакуациялана.

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: