Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Сентябрь , 09:03

Сентябрҙә дүрт комбайн янған...

   

Сентябрҙә дүрт комбайн янған...
Сентябрҙә дүрт комбайн янған...

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиеларының береһе комбайнһыҙ ҡалды.

Ғәҙәттән тыш хәл Стәрлебаш районында Иҫке Ҡалҡаш ауылы янында баҫыу эштәрен үткәргәндә булды - иген һуғыу ваҡытында John Deere W540 комбайны яна. Техникала сыҡҡан утты ирекмәндәр һәм янғын һүндереүселәр урынға килеп еткәндән һуң 20 минут эсендә һүндергән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Зыян күреүселәр юҡ. Янғындың сәбәбен асыҡлау эштәре бара. "Был сентябрҙә дүртенсе янған комбайн", - тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: