Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Сентябрь , 12:55

Авария һөҙөмтәһендә автомобилде ут ялмаған...

  

Авария һөҙөмтәһендә автомобилде ут ялмаған...
Авария һөҙөмтәһендә автомобилде ут ялмаған...

Башҡортостанда авария һөҙөмтәһендә автомобиль янған. Ваҡиға кисә кис Әбйәлил районының Покровка ауылында булған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ВАЗ 2110 һәм Renault Captur автомобилдәре төкөшкән. Бәрелештән һуң ВАЗ автомобиле яна. Уны тиҙ арала урынғда килгән дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һүндерә.

"Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ВАЗ 2110 еңел автомобиленең 2002 йылғы водителе зыян күргән. Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана", - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: