Бөгөн иртән водолаздар Ағиҙел йылғаһына төшөп киткән автомобилдең кабинаһынан юғалған 7 йәшлек баланы эҙләй башланы. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Бөрө ҡалаһында ике өлкән кеше һәм өс бала ултырған УАЗ автомобиле Ағиҙел йылғаһына төшөп киткән. Автомобиль һыу аҫтына китә, шаһиттар автомобилдән ике өлкән кешене һәм ике баланы сығара, бер баланы таба алмайҙар.