Мәләүез районында Р-240 «Өфө-Ырымбур» трассаһының 194-се саҡрымында «Тойота», «Дэу» һәм «Рено Дастер» төкөшкән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ашығыс ярҙам килгәнсе «Тойота» ның ике пассажиры һәләк булған, тағы ла 7 кеше, шул иҫәптән бер бала, дауаханаға оҙатылған.
"Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынына килеп еткәс, кешеләрҙе машиналарҙан сығарҙы һәм беренсе ярҙам күрһәтте. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбе асыҡлана", - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.