Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Сентябрь , 20:01

Иҫерек ир арҡаһында...

Ҡатын һәләк булған

Иҫерек ир арҡаһында...
Иҫерек ир арҡаһында...

Әбйәлил районы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған кеше менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт дүртә Асҡар - Ҡужан - Таштимер автомобиль юлының 10-сы саҡрымында Баймаҡ районында йәшәгән 41 йәшлек ир, иҫерек килеш, МТЗ-80 тракторы менән идара иткәндә, бесәнгә юлланған тракторсы үҙенең пассажиры менән юлдан ситкә осҡан һәм түңкәрелгән.  Фажиғә  һөҙөмтәһендә трактор пассажиры - 48-50 йәштәрҙәге ҡатын тиҙ ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем вафат була. Водитель үҙе зыян күрмәгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: