Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Август , 07:55

Күрше районда - ҡот осҡос фажиғә

Табиптар өс йәшлек сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшә, әммә ҡыҙғанысҡа күрә ҡотҡара алмайҙар

Күрше районда - ҡот осҡос фажиғә
Күрше районда - ҡот осҡос фажиғә

Йылайыр районында иҫерек тракторсы тапатҡан өс йәшлек малай йәкшәмбе төнөндә дауаханала үлгән. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл шәмбе көндө Юлдыбай ауылында теркәлгән. Эскән ир МТЗ-80 тракторында апаһы менән урамда уйнап йөрөгән баланы тапатҡан. Бала ауыр йәрәхәттәр менән Баймаҡ дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уның ғүмере өсөн көрәшһә лә, ҡотҡарып ҡала алмаған.

Ирҙең трактор менән идара итеүгә документтары булмаған. Тикшергәндән һуң уның эскән икәнлеге асыҡланған. 

Фото:Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: