Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август , 14:12

Башҡортостанда бүреләр ауыл көтөүенә һөжүм иткән

-

Башҡортостанда бүреләр ауыл көтөүенә һөжүм иткән
Башҡортостанда бүреләр ауыл көтөүенә һөжүм иткән

Ғафури районының Ташаҫты ауылында бүре өйөрө көпә-көндөҙ көтөүгә һөжүм иткән. Был хаҡта «Еҙем» тәбиғәт паркы дирекцияһы хәбәр итә. Баш инспектор Айрат Айбатов ваҡытында ярҙамға килеп өлгөрмәһә, урындағы халыҡтың малы ҡазаланыр ине.

«Һуңғы ваҡытта парк хеҙмәткәрҙәренә йыш ҡына саҡырылмаған ҡунаҡтар  — бүреләр менән осрашырға тура килә. Йыртҡыстар  малдарға ла, кешеләргә лә хәүеф менән янай»,  — тип белдерҙеләр «Еҙем» тәбиғәт паркының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Ишембай районында айыуҙың умарталыҡты туҙҙырыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-23/v-bashkirii-volki-napali-na-derevenskoe-stado-3895981

Автор:Ләйсән Закирова.

Фото:«Еҙем» тәбиғәт паркы, Вк

Автор:
Читайте нас: