Яр Саллы ҡалаһы янында М-7 трассаһында авария теркәлә. «Форд» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Ситрак» йөк машинаһы менән бәрелешә. ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, автомобиль водителе руль артында йоҡлап киткән.
Мәғлүм булыуынса, Салауат районынан ике ғаилә Мәскәүҙән ҡайтып барған. Аварияла Гусевка ауылынан 42 йәшлек Сергей Чертов һәм уның ҡәйнәһе, оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Любовь Юдина һәләк булған.
Водителдең ҡатыны ҡаты ауыр йәрәхәттәр алған, ул дауаханала. Ете айлыҡ бәпестәре реанимация бүлегенә оҙатылған. Алда ултырған өлкән улы еңелсә йәрәхәттәр алған.
фото:ГАИ
Автор: Ләйсән Закирова